Хөрмәтле ватандаштар!
Ихлас йөрәктән һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы менән ҡотлайым! 9 май һәр Рәсәй ғаиләһе өсөн изге көн. Ул - 1945-се йылдың яҙында тыуған еренә күптән көтөлгән еңеү килтергәндәрҙең хәрби дан һәм илһөйәрлек, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡаҡшамаҫ тотороҡлоҡ байрамы. Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Йылдан-йыл сафтары һирәгәйә барған фронт яугирҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәре алдында беҙ мәңге бурыслы. Тылда атай-ағайҙарын алмаштырып көнө-төнө тир түккән, үҙҙәренең хәләл көсө менән Еңеү көнөн яҡынайтыуға булышлыҡ иткән тыл хеҙмәтсәндәренә айырыуса ихтирам менән ҡарарға тейешлебеҙ. Ветерандарыбыҙ үҙҙәренең өлгөһөндә бөгөнгө быуын өсөн бер маяҡ булып тора. Киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙҙы ла 9 май – Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы ҡотлайым, ныҡлы сәләмәтлек, ҙур уңыштар, аҡ бәхеттәр теләйем. Күгебеҙ һәр саҡ аяҙ, донъялар имен булһын!
Уважаемые соотечественники!
Искренне поздравляю вас с главным праздником нашей страны с Днем Победы! 9 мая для нашего народа воплощает мужество и героизм, стойкость и веру, слёзы радости и гордости за Отечество. Сегодня, спустя десятилетия, мы чтим ратные и трудовые подвиги военных лет. Всех, кто ценой своей жизни отстоял право нашей страны быть свободной и великой державой. Имена всех героев навечно остались в истории Победы. Вечная им слава!
Дорогие друзья! День Победы - это день национального единения и гордости. Он призывает нас быть достойными наших предков, равняться на их мужество, стойкость и стремление побеждать. Проходят годы, но память о подвиге фронтовиков и тружеников тыла, защитивших мир от фашизма, будет передаваться от поколения к поколению. Великая Победа еще раз доказала, какая это огромная сила воля и сплоченность всего народа. Наше единство, солидарность, общественное согласие основа крепкого государства, гарантия его успешного развития.
Желаю всем доброго здоровья и благополучия! Счастья и мирного неба!